10:01 (UTC+5), 25 Апреля 2019

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Нәсих Хәлисов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, 23 апрелдә ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән бәхилләштеләр. Йыйылыусыларҙы шағирҙың шиғыр уҡыған тауышы ҡаршы алды. Сараны Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙған йылдың декабрендә объектив сәбәптәр буйынса уның 80 йәшлек юбилейына килә алмағаны өсөн мәрхүмдән ғәфү үтенде.
«Рауил Бикбаев — башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөтә ижады тыуған республикаһының мәнфәғәттәренә арналды. Ул уның даны тураһында хыялланды, ғүмере буйы шуның өсөн эшләне һәм ижад итте. Сәскә атыусы Башҡортостан бөйөк шағирға төп һәйкәл булһын. Беҙ уның мираҫын һаҡларбыҙ һәм уның иҫтәлегенә лайыҡлы булырға тырышырбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар сығыш яһаны. Өфө ҡалаһы исеменән Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов телмәр тотто.
«Рауил Төхвәт улы Бикбаев ҡалабыҙҙың ғорурлығы - уның почетлы гражданы булды. Улар күп түгел, миллионлы ҡалала 12 кеше генә, ләкин ошо исемгә лайыҡ булыу өсөн бай тормош юлы үтергә, халыҡ өсөн байтаҡ эш башҡарырға, абруй ҡаҙанырға кәрәк. Рауил Төхвәт улы тап шундай кеше ине», — тине Валерий Трофимов.
Туғандары исеменән бәхилләшеү һүҙҙәрен шағирҙың ейәне Артур әйтте. Ул республика һәм ҡала власы органдарына, Яҙыусылар берекмәһенә һәм табиптарға рәхмәт белдерҙе. Олатаһының ейәндәре менән ныҡ яҡын булыуы һәм дүрт бүлә-бүләсәләрен дә күреү бәхете тейеүе хаҡында һөйләне.
«80 йәшенә яҡынлаша башлауына ҡарамаҫтан, миңә, тиҫтәләрсә мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан икенсе илгә, килеп етә торғайны. Беҙ уның менән Американы арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡтыҡ, индеецтар менән осраштыҡ, үҙенең көндәлектәрендә ул ошо хаҡта яҙҙы, — тине Артур Бикбаев. — Ҡартатайымдың оҙаҡ йәшәгәне, бай, матур, емешле ғүмер кисергәне өсөн шатбыҙ».
Рауил Бикбаев Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика