09:04 (UTC+5), 22 Апреля 2019

Стәрлетамаҡ бейеү театры Ҡырғыҙстанда Халыҡ-ара конкурстың икенсе премияһын яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Стәрлетамаҡ бейеү театры Ҡырғыҙстанда Халыҡ-ара бейеү конкурсының икенсе премияһын яуланы. Башҡортостан артистары «Ағиҙел тулҡындары», «Беләҙектәр» сағыу хореография композицияларын, шулай уҡ «Халҡыма» яңы йыр-хореография композицияһын тәҡдим итте.
«Өс номер ҙа жюриҙың юғары баһаһын һәм тамашасылар араһында танылыу алды. Бында етәксенең — баш балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытованың һәм бейеү театрының һәләтле артистары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Хәбибуллина, Әлиә Арыҫланова, Дилә Ҡашҡарова, Наҙгөл Арыҫланова, Регина Атаякова, Эмма Яҡупова һәм Зилиә Бәхтиеваның хеҙмәте ҙур», — тип белдерҙеләр Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә.
Конкурс 2019 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында уҙҙы. Төрки дәүләттәре үҙҙәренең этник бейеүҙәрен күрһәтте. Конкурста Азербайжан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән артистар ҡатнашты. Сараны ойоштороусы — ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы.
Стәрлетамаҡ бейеү театры — башҡорт халыҡ хореографияһында сағыу һәм үҙенсәлекле стиле булған коллектив. 1991 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин ойошторған. Уларҙың бейеүҙәрендә героик үткәнебеҙҙең сағыу биттәре («Салауат», «Бүреләр», «Любезники-любизар»), халыҡ тормошондағы колоритлы сәхнәләр («Шәкерттәр», «Бөрйән егеттәре») йәнләнә. «Башҡортостан егеттәре», «Ирәндек бөркөттәре», «Урал бәйете» композициялары халҡыбыҙҙың матурлығын, көсөн һәм ҡеүәтен данлай. Репертуар донъя халыҡтары бейеүҙәре менән байытыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика