06:14 (UTC+5), 22 Апреля 2019

Башҡортостан журналисы ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара премияһына лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара премияһын алды. Радиола 20 йылдан ашыу эшләү осоронда Зөһрә Башҡортостанда һәм төрки донъяһында барған ваҡиғалар, ундағы кешеләр тураһында байтаҡ тапшырыуҙар әҙерләне.
Премия ошо көндәрҙә төрки донъяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында тапшырылды. Башҡортостан журналисы Төркиәнең Сакарья ҡалаһы мэры Әкрәм Юдже ҡулынан иҫтәлекле бүләк алды.
«Был награда Радио көнө алдынан татыу редакциябыҙ өсөн шәп бүләк булды. Премияны Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлаған Ҡырғыҙстан Республикаһында алыу ныҡ оҡшаны, — тип хәбәр итте Зөһрә Арсаева «Башинформ» агентлығына. — Сәфәр ваҡытында башҡа илдәрҙән һәм республикаларҙан килгән коллегаларыбыҙ менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тейҙе».
Төрлө илдәрҙән йыйылған абруйлы ҡунаҡтар һәм журналистар өс көнлөк программала ҡатнашты. Ош мэры Таалайбек Сарыбашов исеменән рәсми ҡабул итеү, С.Ибраһимов исемендәге Ош милли драма театрында «Ҡорҡут Ата» спектаклен ҡарау, «Сөләймән тауында төрки халыҡтарҙың мәҙәниәте» фестивале ойошторолдо. Ҡала майҙанында Төрки халыҡтарының этномәҙәни фестивале асылды. Ҡунаҡтар халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары, этник музыка, мода, аш-һыу менән танышты.
Журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы 2010 йылда булдырылды. Сувенирҙа «Берҙәмлектә - тормош» тип яҙылған, был тамырҙары, тарихы, теле һәм мәҙәниәте уртаҡ булған төрки халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген аңлата. Уҙған йылдарҙа ТӨРКСОЙ премияһына Гөлназ Ҡотоева, Рафиҡ Әхмәтшин, Сәмиға Ғафарова, Ғәзиз Йосопов, Ләйлә Аралбаева, Гөлназ Яҡупова, Лариса Абдуллина лайыҡ булды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика