09:42 (UTC+5), 16 Апреля 2019

Башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла

Юлай Кәримов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды шундай тәҡдим менән сыҡты. 4 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Акцияны үткәреү 18 майға билдәләнгән. Сараны әҙерләүҙә, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты ҡатнаша, уның биләмәһендә төп һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн ике диктант майҙансығы ойошторола. Текстарҙы һәм уны уҡыусыларҙың кандидатураларын һайлау бара.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү өсөн уҙғарыла.
Әлеге ваҡытта мәғариф министры Айбула Хажин рәйеслегендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған. Ойоштороу комитеты составында — Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм башҡа рәсми кешеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика