10:27 (UTC+5), 15 Апрель 2019

Илдар Абдразаҡовтың «Аттила»һы Башҡорт операһы тарихында иң күләмле спектакль була

Башҡорт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27-28 апрелдә һәм 4-5 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Дж. Вердиҙың «Аттила» операһының премьераһы була. «Аттила» операһы — ике тапҡыр «Грэмми» эйәһе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡовтың тәүге режиссерлыҡ эше. Артисты донъяның опера сәхнәһендә Аттиланы кәүҙәләндереү һаны буйынса рекордсы тип әйтергә мөмкин. Төп партияны башҡарыусы Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы опералар Нью-Йоркта, Римдә, Барселонала, Монте-Карлола, Санкт-Петербургта, Астанала ҡуйылды. 2018 йылда Ла Скала опера миҙгелен Вердиҙың «Атилла»һы менән асты, төп партияны йәнә Илдар Абдразаҡов башҡарҙы.
Премьераның тәүге көнөндә һәм 5 майҙа төп ролде — Илдар Абдразаҡов, икенсеһендә — Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, өсөнсөһөндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов башҡара.
Режиссер уйынса, операла шул дәүерҙең күргәҙмә-көнкүреш мөхите тыуҙырыла, декорацияларҙа һәм геройҙарҙың образында уның колориты сағыла. Мөһим атрибуттар — алтын, хайуан тиреләре, хәрби артефакттар, шулай уҡ поход, көнкүреш, байрам кейем-һалымы. Опера өсөн 400-ҙән ашыу костюм тегелгән, театр оҫталары уларҙы ҡул менән биҙәгән. Әлеге ваҡытта Дж. Вердиҙың «Аттила»һы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында иң күләмле опера булмаҡсы.
«Миңә режиссер булып сығыш яһарға нимә этәргес бирҙе һуң? Тәү сиратта, атайым Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — режиссер. Был спектаклде атайыма бағышлау тип әйтергә лә мөмкин. Быйыл ул үҙенең 85 йәшлек билдәләр ине. Ҡәҙерле тамашасыларым өсөн үҙемсә интерпретация эшләгем килде. Өҫтәүенә башҡорттар — күсмә халыҡ. Башҡорт ырыуы ниндәйҙер мәлдә Аттила ырыуына ҡушылды, һәм улар бергәләп Миланға барып етте. Бөтә тарихи параллелдәргә төшөнгәс, «Аттила»ны туған театрымда ҡуйырға теләгәнемде тулыһынса аңланым», – тине Илдар Абдразаҡов.
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Артём Макаров. Ҡуйыусы рәссам – Иван Складчиков (Мәскәү). Ҡуйыусы хореограф – Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирина Филиппова. Ҡуйыусы-хормейстер – халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Александр Алексеев. Яҡтылыҡ рәссамы – Ирина Вторникова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика