10:14 (UTC+5), 15 Апреля 2019

Эльвира Ҡарамышева «Мисс Рәсәй 2019» матурлыҡ конкурсында тәүге егерме һылыуҡай иҫәбенә инде

Линара Таһированың Һылыуҡай-Bashkirian Beauty студияһы
Линара Таһированың Һылыуҡай-Bashkirian Beauty студияһы
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Мисс Рәсәй 2019» матурлыҡ конкурсында Башҡортостан вәкиле Эльвира Ҡарамышева илдең 20 һылыуҡайы һәм интернетта тауыш биреү йомғаҡтары буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде. Яҡташыбыҙ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль турында ла еңеүсе тип танылды.
«Мисс Рәсәй 2019» исемен Ростов өлкәһенең Азов ҡалаһынан 20 йәшлек Алина Санько яуланы. Ул зиннәтле таштар һәм ынйы менән биҙәлгән аҡ алтын таж, шулай уҡ 3 миллион һум аҡсалата приз менән бүләкләнде, тип хәбәр итә РИА Новости.
Илдең беренсе һылыуҡайы Алина Санько һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт, шиғриәт менән мауыға, сәйәхәт итергә ярата.
Беренсе вице-мисс тип Екатеринбургтан Арина Верина танылды. Икенсе вице-мисс исемен Татарстандан Ралина Арабова яуланы. Ике ҡыҙ ҙа донъяның теләһә ниндәй илендә уҡыу өсөн гранттар алды.
Тамашасылар тауыш биреүендә — Яҡутстандан Влада Потапова, ә «Халыҡ һайлауы» номинацияһында Тобольскиҙан Елена Пановикова еңде.
«Мисс Рәсәй 2019» «Мода» концепцияһына ярашлы уҙҙы. Ҡыҙҙар талантар, милли кейемдәр конкурсында һәм «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынында ҡатнашты, шулай уҡ һыу инеү кейемендә һәм киске күлдәктәрҙә подиумдан үтте.
Кисә ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар алдында йырсы Сергей Лазарев сығыш яһаны. Быйыл ул Рәсәй исеменән «Евровидение» халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнаша.
«Мисс Рәсәй» гүзәллек конкурсы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Финалсылар илебеҙ исеменән «Мисс Донъя» һәм «Мисс Ғаләм» халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика