04:29 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын Ҡазандағы гастролдәр ваҡытында бүләкләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Татарстандың баш ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған гастролдәре уңышлы тамамланды. Гастроль спектаклдәре Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә уҙҙы.
Тамашасыларҙың яратҡан, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа, актриса Римма Ҡаһармановаға Татарстан Республикаһының почет грамоталары тапшырылды.
Актер, Урал батыр ролен башҡарыусы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ринат Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Сафин, театрҙың гастролдәрҙе ойоштороу буйынса вәкиле Нина Рамазанова мәҙәниәт министрының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
«Биш көн буйына аншлаг булды,ә Татар театрының тамашасылар залы 700-ҙән ашыу кешене һыйҙыра. Башҡорт театры артистары тамашасы хөкөмөнә һуңғы йылдарҙағы премьераларын һәм ҡазандар яратып өлгөргән спектаклдәрен тәҡдим итте: «Урал Батыр» үлемһеҙлек тураһында ҡобайыры, Гүзәл Яхинаның әҫәре буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле, «Баллы, тирәкле Балтирәк» лирик комедияһы (Ә.Ишбулдина), «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме» трагикомедияһы (Ф.Бүләков), «Иң бәхетле төн» мелодрамаһы (А. Касон), «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (Х.Мөҙәрисова). Һәр спектаклдән һуң театрыбыҙ коллективы һоҡланыулы баһалар һәм тәьҫораттар алды», — тип һөйләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика