06:25 (UTC+5), 09 Апреля 2019

Салауат Юлаев образын беренсе булып башҡарыусының ҡыҙы уның портреттарын һәм әйберҙәрен театрға тапшырырға теләй

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилев операһында Салауат Юлаев образын тәүгеләрҙән булып башҡарыусының ҡыҙы уның ике портретын һәм шәхси әйберҙәрен театрға тапшырырға теләй.
Земфира Вәлиева — опера йырсыһы, Башҡорт опера театрының беренсе солистарының береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы. Кисә ул «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашты.
Земфира Хәбир ҡыҙы атаһының хәтерен мәңгеләштереү: артистың тыуған яғы Салауат районында музейға ярҙам итеү, 2017 йылда «Китап» нәшриәтендә 700 данала сыҡҡан «Бөйөк халыҡ йырсыһы» китап-альбомын яңынан нәшер итеү тураһында теләктәрен еткерҙе. Әминә Шафиҡова бынан алдағы осрашыуҙан һуң Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына үтенес ебәргәнен әйтте. Китап сығарыу — уларҙың ҡарамағында.
Земфира Вәлиева атаһы һәм ул йәшәгән дәүер хаҡында бик күп факттар һәм мәғлүмәттәр белеүен һөйләне. Тарихсылар һәм шул заман хаҡында китап яҙыусылар, фильм төшөрөүселәр менән ошо хаҡта уртаҡлаша алыр инем, тине ул. Йырсының ҡыҙы Булат Йосоповтың «Беренсе республика» фильмы тураһында тәьҫораттары менән дә бүлеште.
«Шәп фильм! Беҙҙекеләрҙең ошондай фильмдар төшөрә башлауҙары бик оҡшаны. Бик халыҡсан. Ләкин күберәк факттар менән эшләргә кәрәк ине, — тип иҫәпләй Земфира Вәлиева. — Ғәзиз Әлмөхәмәтовты балаларҙы йыйып, бөтәһен дә поезға ултыртҡан итеп күрһәтәләр. Ул балаларҙы йыйып йөрөмәгән — атайыма ул саҡта 22 йәш булған, ул үҙе килгән. Хәбибуллин Томскиҙан килгән, ул өлкәнерәк тә әле. Мин быларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, нимә бар, шуның менән файҙаланһындар ине. Беҙҙең быуын һирәгәйә бара бит».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика