04:23 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Республикала йәшәүселәрҙе «XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» йыйынтығын төҙөргә саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала йәшәүселәрҙе «XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» йыйынтығын төҙөргә саҡыралар. Китап республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын булдырыуҙың 30 йыллығына арнала.
Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың, ғалимдарҙың, аспиранттарҙың, магистранттарҙың, бакалаврҙарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең башҡорт һәм рус телдәрендәге мәҡәләләре ҡабул ителә.
Йыйынтыҡта баҫтырыу өсөн түбәндәге йүнәлештәр тәҡдим ителә:
— Башҡортостан Республикаһында ваҡытлы матбуғаттың һәм киң мәғлүмәт сараларының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше (1919 — 2019);
— Башҡортостанда милли ваҡытлы матбуғат булдырыуҙа Шәһит Хоҙайбирҙиндың роле (1917 – 1924);
— Башҡортостан журналистикаһы һәм музей эше: 100 йыллыҡ тарих;
— ХХI быуаттың этномәҙәни үҙ-ара эш итеүендә Башҡортостан журналистикаһы;
— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм мәҡәлә исеме, исем-шәриф (тулыһынса), ғилми дәрәжә, вазифа, эш урыны һәм бәйләнеш өсөн телефон яҙылған текстар 2019 йылдың 11 февраленән 15 июнгәсә ҡабул ителә. Электрон адрес: mshhud_nmrb@mail.ru («XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» тигән билдә менән). Файлдың исемендә авторҙың фамилияһы күрһәтелергә тейеш.
Йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙы ойоштороусы — Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы. Хеҙмәттәр йыйынтығына ISBN, УДК, ББК халыҡ-ара индексы бирелә.
Йыйынтыҡты 2019 йылдың 9 октябрендә нәшер итеү күҙаллана. Китаптың исем туйы уңайынан республика конференцияһы уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика