07:28 (UTC+5), 04 Апрель 2019

Өфөлә «Китапхана төнө 2019» Рәсәйҙә Театр йылына бағышлана

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы «Китапхана төнө 2019» — «Театрҙан алып Китапҡа тиклем» Бөтә Рәсәй акцияһына саҡыра. 19 апрелдә китапханалар иртәнән башлап төнгә тиклем асыҡ була. Үҙәк ҡала китапханаһы һәләтле яҙыусылар, артистар, йырсылар һәм оҫта ҡуллылар өсөн үҙ ишектәрен аса. «Китапхана төнө» майҙансыҡтарында юбилейлы 2019 йылдың ваҡиғалары ла сағылдырыла.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә уның шиғырҙары төрлө милләт телдәрендә яңғырай. «Башҡортостан Республикаһы» энциклопедияһы менән таныштырыу сараһы республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына тура килтерелә.
Өфөләрҙе Рус дәүләт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры актерҙары менән онотолмаҫ осрашыуҙар көтә. Башҡорт дәүләт медицина университетының Эстрада миниатюралары театры һәм «Эм-Патио» плейбэк театры үҙҙәренең ижадын тәҡдим итә. Кескәй тамашасылар өсөн «Африка арыҫланы нисек әҙәбиәтте һатҡан» спектакле күрһәтелә, шулай уҡ теләгән һәр кем «Әкиәткә сәйәхәт» телетапшырыуына төшөү өсөн кастинг үтә ала.
Кисәлә кубик-рубик йыйыу, кляксография, һүрәт төшөрөүҙең ғәҙәти булмаған алымдары, ҡағыҙ пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре, өҫтәл уйындары ойошторола. Һирәк осрай торған китап күргәҙмәһендә XIX һәм XX быуат башындағы китаптар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ робот техникаһы менән танышыу һәм селфи өсөн театр зонаһы тәҡдим ителә.
«Китапхана төнө 2019» Wanderers ут театрының сығышы, концерт һәм бүләктәр уйнатыу менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика