07:32 (UTC+5), 03 Апрель 2019

Башҡортостанда «BashMult» фестиваль-конкурсы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «BashMult» республика фестиваль-конкурсы башланды. Конкурста 7-9 һәм 10-14 йәшлек балалар; 15-17 йәшлек үҫмерҙәр; 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.
Индивидуаль ҡатнашыусылар өсөн «Мажаралар донъяһы» (мажаралар тураһында йәнһүрәттәр, серҙәр һәм сәйәхәттәр), «МультИлһам» (изгелек, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында йәнһүрәттәр) номинациялары ҡаралған.
Уҡыусыларҙың (белем биреү учреждениелары, балалар клубтары, үҙәктәре һәм берләшмәләре) коллектив эштәре «Күңелле классика» (әҙәби әҫәрҙәр буйынса йәнһүрәттәр); «Замандарҙы бәйләүсе еп» (Башҡортостандың 100 йыллығына, уның мәҙәниәтенә, тарихына һәм милли йолаларына арналған йәнһүрәттәр) номинацияларында ҡабул ителә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа беренсе урынды яулаған уҡыусылар өсөн төп приз — BashMult статуэткаһы, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған, шулай уҡ Тамашасылар һөйөүе призы булдырылған.
Эштәр 2019 йылдың 25 мартынан 1 октябренә тиклем ҡабул ителә, 16 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм бүләкләү тантанаһы уҙа.
Положение, өҫтәмә мәғлүмәт, конкурсҡа комментарийҙар, тултырыу тәртибе конкурстың рәсми төркөмөндә баҫыла.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы 1 октябргә көндөҙгә сәғәт 3-кә ҡәҙәр тапшырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7, Хәрби дан музейы. Электрон почта: bashmult@mail.ru, телефон: 8 (347) 260-44-64.
2016 йылдан алып үткәрелгән «BashMult» фестиваль-конкурсы башҡорт йәнһүрәттән популярлаштырыуға һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы йәнһүрәттәр төшөрөүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика