06:36 (UTC+5), 01 Апреля 2019

«Һылыуҡай — 2019» финалсыларының исемдәре билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай — 2019» республика конкурсына һайлап алыу туры уҙҙы. Финалда 12 ҡыҙ ҡатнаша.
Кастинг йомғаҡтары буйынса, «Һылыуҡай — 2019» финалына 11 сибәркәй үтте: Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы), Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй районы), Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы), Гөлфиә Ҡудашева (Йылайыр районы), Диана Шөғәйепова (Салауат районы), Миләүшә Баязитова (Учалы районы), Алина Ғәзизова (Салауат ҡалаһы), Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Алһыу Хасаева (Сибай ҡалаһы), Сәлимә Солтанғолова (Федоровка районы), Элина Мөхәмәтова (Нефтекама ҡалаһы). Ун икенсе ҡыҙ — «Мәскәү һылыуҡайы-2019» конкурсы еңеүсеһе. Уның исеме илебеҙҙең баш ҡалаһында 7 апрелдә билдәле була.
Кастинг өс этапта уҙҙы: ҡатнашыусылар менән таныштырыу, ижади номер һәм дефиле. Жюри ағзалары тышҡы матурлыҡтан тыш, артистизмды, башҡорт телендә тасуири һөйләй һәм туған мәҙәниәтте күрһәтә белеүҙе лә баһаланы. Конкурс йыл һайын үҙенең яңылығы менән ғәжәпләндерә. Был юлы ла шунһыҙ булманы. Иҫәп буйынса 27-се сара яңы ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, уҙған йылдарҙа финалға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы ла йыйҙы.
Һайлап алыу этаптарын үткәреү һәм баһалау өсөн 11 кешенән компетентлы жюри булдырылды. Уның составына Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков; ошо үҙәктең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева; Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев; Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Тэфи» премияһы лауреаты, Башҡортостан юлдаш телеканалы мөхәррире, продюсеры Дилара Зарипова; яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе Азамат Юлдашбаев; конкурстың режиссеры Айгөл Үтәгәнова; «Азимут Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нана Заһиҙуллина; проекттың хореографы Миләүшә Хәйбуллина; эшҡыуар, блогер, сараның продюсеры Заһир Ҡотлосурин; йәштәр хиттарын башҡарыусы Ренат Ниғмәтуллин (RNT); «Һылыуҡай – 2018» Гран-прийы эйәһе Әлфиә Кашапова инде.
Хәҙер ҡыҙҙарҙы тығыҙ көндәр көтә: репетициялар, фотосессиялар, телекөндәлектә төшөү. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иртән «Сәләм» тапшырыуында ҡарарға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурстың Гала-концерты 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Башҡорт һылыуҡайҙары конкурсының маҡсаты — милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын пропагандалау, уларҙың ижади ҡеүәтен асыу, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәренә йәлеп итеү.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика