Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2019, 10:00

Өфөлә Шәйехзада Бабичтың шиғриәтенә бағышланған флешмоб башлана

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 мартта, шағир Шәйехзада Бабич фажиғәле һәләк булған көндә, республиканың Яҙыусылар союзы уның ижадына арналған флешмоб башлай. Акция Өфөлә Рәсәй ислам университеты (Бабич уҡыған элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһе) ҡаршыһында уҙа. Адресы: Чернышевский урамы, 5.
Флешмобта ҡатнашыусылар Бабичтың шиғырҙарын һөйләргә тейеш. Акция апрелгә тиклем дауам итә һәм Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары ҡатнашлығындағы Шиғриәт кисәһе менән тамамлана. Социаль селтәрҙәрҙә сара #Бабич #БашҡортостанРеспубликаһы хэштегы менән яҡтыртыла.
Сара көндөҙгә сәғәт 2-лә башлана.
Читайте нас: