09:29 (UTC+5), 27 Март 2019

Өфөлә «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларға икенсе мөмкинлек бирелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларға икенсе мөмкинлек бирелә. Конкурстың 27 йыллыҡ тарихында тәүгә яңы ҡатнашыусыларҙан тыш, уҙған йылдарҙа финалға сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа (Гран-приға эйә булғандар инмәй) республика һылыуҡайы исеме өсөн көс һынаша ала. Быйыл ҡатнашыусыларға икенсе тапҡыр төп таж өсөн көрәшеү мөмкинлеге бирелә, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика конкурсына кастинг 31 мартта Өфөнөң «Azimut » отелендә уҙа. Конкурсҡа башҡорт телен белгән һәм буйы 168 сантиметрҙан кәм булмаған 18-27 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Кастинг шарттары һәм ғаризалар ҡабул итеү – сараның рәсми төркөмөндә.
Конкурс туған телде, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалауға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика