Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2019, 16:51

Башҡорт ҡоролтайы «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда еңгән өсөн «Арғымаҡ» төркөмө лидерын бүләкләне

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы. Музыканттар был хаҡта тулыраҡ «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һөйләне.
Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин төркөм етәксеһе Ринат Рамазановты «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы һәм Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙар китабы менән бүләкләне.
«Күсмә халыҡтар донъяһы» фестивале Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Эр-Рияд ҡалаһында үтте. Ҙур проектты ойоштороусылар булып өс ил — Сәғүд Ғәрәбстаны, Ҡырғыҙстан һәм Рәсәй сығыш яһаны.
«Былтыр беҙ Ҡырғыҙстанда «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда булдыҡ һәм этно-хит номинацияһында еңеү яуланыҡ. Ғәрәптәргә бик оҡшаған, күрәһең, һәм мең ярым ҡырғыҙ дүрт чартер рейсы менән үҙҙәренең бөтә тирмәләрен Сәғүд Ғәрәбстанына күсерҙе. Тирмәләр, ипподромдар, күргәҙмә майҙансыҡтары менән ҙур биләмә әҙерләнгән, сәхнә, айырым баҙар сәхнәһе, баҙар урындары, дөйәлә йөрөү — бер һүҙ менән әйткәндә, ҙур этно-ҡаласыҡ төҙөгәндәр. Тәүҙә беҙҙе абруйлы ҡунаҡтар итеп, гонорар өсөн сығыш яһарға саҡырҙылар, ләкин беҙ конкурста ҡатнашырға булдыҡ», — тип һөйләне Ринат Рамазанов.
Конкурста бөтәһе донъяның 100-ләгән коллективы ҡатнашты. Рәсәй исеменән Башҡортостан, Татарстан һәм Дағстан сығыш яһаны. Дағстандар үҙҙәренең бейеүҙәре менән юғары награда яуланы, ә башҡорт төркөмө музыкаль номинацияла иң яҡшыһы тип танылды. Бүләктәрен — 10 мең долларҙы еңеүселәр яңы йырҙар яҙҙырыуға, клиптар төшөрөүгә тотонорға ниәтләй.
Башҡорт музыканттарының сығыштары ғәрәптәрҙе шул тиклем хайран ҡалдырған, хатта король музыканттар менән шәхсән осрашыу өсөн уларҙан билеттарын алмаштырыуҙарын һораған. Ләкин егеттәр, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концертта ҡатнашырға тейеш булғанлыҡтан, баш тартҡан һәм тыуған яҡтарына ашыҡҡан.
Ринат Рамазанов юғарынан ебәрелгән билдә тип ҡабул иткән тағы бер ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләне. Самолеттар араһында музыканттар һигеҙ сәғәткә яҡын Истанбулда булған. Ринат билдәле төркиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберенә барырға уйлаған, ләкин ваҡыт етмәҫ тип шикләнгән. Ләкин, самолетҡа ултырғас, Ринат ҡурайҙарын филармонияла онотоп ҡалдырғанын аңлаған. «Сит илдәрҙәге башҡорттар» төркөмөнә мөрәжәғәт итеп, Ринат Төркиәләге башҡорт Азат менән бәйләнешкә ингән һәм уның зыяратҡа яҡын ерҙә йәшәгәне асыҡланған. Музыкант ҡурайҙарын алырға барғанда башҡорт халҡының данлы улы ерләнгән урында ла булған. Был уны еңеүгә тағы ла нығыраҡ илһамландырған.
Читайте нас: