Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2019, 11:53

Асҡар Абдразаҡов Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Асҡар Абдразаҡов Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Асҡар Абдразаҡов йәмәғәт башланғыстарында эшләй.
Асҡар Әмир улы Абдразаҡов — Рәсәйҙең опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы. 2010-2011 йылдарҙа республиканың мәҙәниәт министры булды.
Читайте нас: