04:23 (UTC+5), 22 Марта 2019

Өфөлә республиканың 100 йыллығына «Башҡорт туйы» спектаклен әҙерләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен әҙерләй. Ул Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала. Премьера 18 һәм 19 апрелдә уҙа.
Романтик драмала Юлдыбай менән Гөлзифаның саф мөхәббәте хаҡында һүҙ бара. Ғашиҡтар бала саҡтан йәрәшкән була, ләкин ҡыҙҙы икенсе кешегә кейәүгә бирәләр һәм хәҙер Юлдыбайға бер нимәгә ҡарамайынса һөйөклөһөн кире ҡайтарырға кәрәк.
«Спектакль республиканың 100 йыллығы һәм Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан сәхнәләштерелә. Аутентик Башҡортостан менән танышыу, мәҙәни контексты һәм республикаға исем биргән халыҡтың тамырҙарын аңлау һәм тойоу сит ил ҡунаҡтарына һәр ваҡыт ҡыҙыҡ, — тине театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова. — Хәҙер йәмғиәттә йолаларға, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу ҙур, был спектакль үткәнгә, тарихҡа ҡағылыу, туй йолаларын күрһәтеү, моңло йырҙар тыңлау мөмкинлеген бирә».
Сәхнә әҫәре йәштәр, балалар, өлкән быуын тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы.
Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссам – Даян Тувалев, костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова, хореограф – Сулпан Асҡарова, композитор – Илшат Яхин.
Спектаклдә башҡорт һәм рус труппалары артистары: Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Эльмира Саматова, Гөлбинә Сафуанова, Лилиә Исҡужина, Вадим Ҡылысов, Аида Күлбаева, Алтынай Хамматова һәм башҡалар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика