14:51 (UTC+5), 21 Марта 2019

Ҡазан урамына Мостай Кәримдең исеме бирелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазандың Киров районындағы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелә, тип хәбәр иттеләр Мостай Кәрим исемендәге фондта. Тейешле ҡарарға Ҡазан ҡала советының башҡарма комитетында ҡул ҡуйылған.
«Ҡазан ҡалаһының Киров районында «Салауат күпере» торлаҡ комплексы биләмәһендәге 1-се урамға башҡорт совет шағиры, яҙыусы һәм драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы лауреаты Кәримов Мостафа Сафа улының исемен (1919-2005) бирергә һәм бынан һуң «Мостай Кәрим урамы» тип йөрөтөргә», — тиелә документта.
Башҡортостандың байтаҡ тораҡ пункттарында, шул иҫәптән Өфөлә яҙыусының исемен йөрөткән урамдар бар. 2018 йылдың ғинуарында — Мәскәүҙең Данилов районындағы урам, ә 2019 йылдың ғинуарында Алматының Әүәзов районындағы урам Мостай Кәримдең исемен алды.
2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 22 декабрендәге бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика