11:26 (UTC+5), 20 Марта 2019

Башҡортостан Башлығының телдәрҙе үҫтереү өсөн гранттарына 196 проект дәғүә итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына быйыл 196 проект дәғүә итә. Конкурсҡа мәғариф, мәҙәниәт, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһенә ҡараған ғаризалар килгән. Дәғүәселәр араһында — Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмалары.
Дәғүәселәр грант аҡсаһына фестивалдәр, ижади студиялар, уҡытыусылар съезын үткәрергә, уҡыу ҡулланмалары, китаптар сығарырға, телдәрҙе үҫтергән телетапшырыуҙар, онлайн-проекттар әҙерләргә тәҡдим итә.
Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарын алыуға бөтәһе 287 ғариза бирелде. Документтар ҡабул итеү 31 ғинуарҙа тамамланды. Рафаэль Шафиҡов рәйеслегендәге эксперт советы ҡарағандан һуң, дәүләт аҡсаһын алыу тәртибенә тап килмәүе сәбәпле, 90-дан ашыу ғариза кире ҡағылды. Документтарға юридик экспертиза ла үткәрелде.
Еңеүселәр гранттар буйынса республика комиссияһы ултырышынан һуң билдәле була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика