07:17 (UTC+5), 20 Марта 2019

«Арғымаҡ» төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы. 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд-Короллеге ҡалаһында Король Абдул Ғәзиз исемендәге «CAMELFESTIVAL» барышында ҙур фестиваль ойошторолдо.
Төркөм Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм донъяның бик күп коллективтары араһында этно-музыка, этно-хит номинацияларында оҫта башҡарыусы исеме өсөн көрәште.
Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш ине. Һәр делегация биштән кәм булмаған 15-20 минутлыҡ концерт программаһын әҙерләне.
Үткән йылдың аҙағында башҡорт артистарының Ҡырғыҙстанда «Бөтә донъя күскенселәр уйындары»ндағы сығышынан һуң «Арғымаҡ»ты сараның ҡунағы итеп саҡырҙылар. Ләкин музыканттар конкурс программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика