12:36 (UTC+5), 19 Март 2019

Театр марафоны символы Сибай ҡалаһына тапшырылды

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестиваль-марафонының Рәсәйҙә Театр йылына бағышланған символы Сибай ҡалаһына тапшырылды. Проект сиктәрендә республиканың барлыҡ төбәктәрендә иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә. Һәүәҫкәр театр сәнғәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа халыҡ һәм өлгөлө театр коллективтары ҡатнаша.
Урал аръяғы ҡалаларында театр марафоны бара. Ошо көндәрҙә эстафетаны Баймаҡ ҡалаһы ҡабул итте. «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзите яҙыуынса, үткән аҙнаның аҙағында Әбйәлил районы вәкилдәре эстафетаны Баймаҡ районына тапшырҙы. Тантаналы сарала Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары Гөлшат Сирғәлина һәм Раян Фәттәхов, мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре Гөлназ Йыһаншина һәм Ирек Мусин, ижади коллективтар ҡатнашты.
Штандартты тапшырғандан һуң Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары драматург Флорид Бүләковтың «Яран гөл» спектаклен ҡуйҙы.
«Ялҡын» үҙешмәкәр театры 20 йылдан ашыу эшләй. Театр төрлө һөнәр эйәләрен – уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, төҙөүселәрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен, һатыусыларҙы, студенттарҙы берләштергән. Коллектив Урал аръяғы буйлап гастролдәргә йыш йөрөй. Үҙешмәкәр театрҙы Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто директоры Миңнур Һунаршина ойошторған. 2018 йылда уға халыҡ исеме бирелгән.
Фестиваль йыл аҙағында Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика