07:30 (UTC+5), 14 Марта 2019

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың Музыка фестивален асыу тантанаһы йыр-моң байрамына әүерелде

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың икенсе Халыҡ-ара музыка фестивале асылды. Гала-концертты тамашасылар опера сәнғәте оҫталарын һәм йәш артистарҙы берләштергән йыр-моң байрамы тип атаны.
Залда ултырыусыларҙы Илдар Абдразаҡов үҙе сәләмләне:
«Беренсе фестивалдән һуң бер йыл ваҡыт үтте, ә ул кисә генә булған кеүек. Һеҙҙе ошо күркәм залда күреүемә бик шатмын, рәхәтләнеп тыңлағыҙ, алҡышлағыҙ, бейегеҙ. Фестивалгә рәхим итегеҙ!».
Эстафетаны концертты алып барыусы Юлиан Макаров дауам итте. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе һәм кисәнең алыштырғыһыҙ геройҙарының береһе — Италия-Рәсәй дирижеры Фабио Мастранджело менән таныштырҙы. Өфөләр ошо көндәрҙә йәнә атай булған дирижерҙы алҡыштар менән тәбрикләне. Кисә буйына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры уның ҡарамағында булды.
Моңло тауыштар, классик опера ариялары менән ләззәтләнеү тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Сәхнәлә Мәскәүҙең «Яңы опера» солисы, Ҙур театрҙан саҡырылған солист Василий Ладюк, Ла Скала театры дебютанты Анна-Дорис Капителли, 2018 йылда «Верди тауыштары» конкурсында премия яулаған Мартина Грезия сығыш яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс ҡасандыр Илдар Абдразаҡовҡа еңеү һәм танылыу килтергәйне.
Өфөләр баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән артистарҙы — Башҡорт опера һәм балет театры солисы, Нажиә Аллаярованың ейәнсәре Дилара Иҙрисованы һәм Мария театры солисы, Владимир Беловтың улы Кирилл Беловты айырыуса ғорурланып тыңланы.
Залда Илдар Абдразаҡовтың уҡытыусыһы — профессор Миләүшә Мортазина ла бар ине. Ул ҙур иғтибар һәм тулҡынланыу менән башҡарыусыларҙы күҙәтеп ултырҙы. Ә артистар сәхнәлә иҫ киткес дәртле Илдар Абдразаҡов менән бергә йырлап ҡына ҡалманы, шаяртып та алды.
Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале артабан Мәскәүҙә, Әлмәттә һәм Ҡазанда дауам итә. Ойоштороусылар сараға биш меңгә яҡын тамашасы килер тип баһалай. Фестиваль йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә һәм донъяның музыкаль баш ҡалалары араһында мәҙәни алмашыу өсөн әһәмиәтле майҙансыҡҡа әүерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика