12:35 (UTC+5), 13 Март 2019

Башҡорт ҡоролтайы Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» һәйкәлен ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ишембай районында «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
«III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөү өсөн символик нигеҙ ташы һалынғайны. Ләкин бөгөнгә проект тормошҡа ашырылмаған, — тип хәбәр итте Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Ҡоролтай Радий Хәбировҡа «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында Указды ғәмәлгә ашырыу буйынса эштәр планына «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөүҙе индереү үтенесе менән хат ебәрҙе. Ойоштороу комитетының «Ырыуҙар ташы» һәйкәлен ҡуйыуҙы тиҙләтеүҙә ярҙам итеүен һорайбыҙ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексының иң яҡшы проектына конкурс үткәрелгәйне. Скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Уның композицияһы ҡурай сәскәһе рәүешендә эшләнгән, уртаһында — «Ырыуҙар ташы» монументы. Композиция башҡорт тирмәһе элементтарынан тора: өс алтын уҡ күккә олғашҡан. Уҡтар башҡорт халҡының тормош-көнкүрешендә киң ҡулланылған балаҫ, келәм, кейеҙҙе хәтерләткән башҡорт милли биҙәге менән биҙәлгән түңәрәк майҙанға беркетелгән. Майҙансыҡтың уртаһына гранит диуар ҡуйылған, унда боронғо орнамент формаһында башҡорт ырыуҙарының шәжәрәһе уйып яҙылған.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын 28-29 июндә Өфөлә һәм Ишембай районында уҙғарыу күҙаллана. Ҡоролтай Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән башҡорттарҙы йыя. Унда бөтәһе 750 делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика