10:32 (UTC+5), 12 Марта 2019

Рәсәйҙең яңы круиз лайнерына Мостай Кәримдең исеме бирелә

Водоходъ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөтә. РИА-Новости агентлығы төҙөлә башлаған лайнер каюталарының һәм йәмәғәт киңлектәренең дизайн-проекттары фотоһүрәттәрен баҫтырып сығарҙы.
«Мостай Кәрим»— постсовет тарихында тәүге круиз лайнерҙарының береһе. Карап биш йондоҙло отель кимәленә тап килә. Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ солярий зонаһы ҡаралған. Караптың оҙонлоғо — 141 метр, 342 пассажир һыйҙырышлы, экипаж һаны — 144 кеше. Тиҙлеге — сәғәтенә 22,5 саҡрым.
Лайнер Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөй. Килешеүгә ярашлы, 2020 йылдың февраль аҙағына тиклем карап заказсыға тапшырылырға тейеш.
2017 йылдың көҙөндә «Аэрофлот» компанияһының Sukhoi Superjet 100 пассажир авиалайнерҙарының береһе Мостай Кәримдең исемен алды. 2018 йылдың декабрендә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» федераль проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Өфөнөң халыҡ-ара аэропортына биреү өсөн Мостай Кәримдең исеме һайлап алынды.
2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика