13:33 (UTC+5), 12 Март 2019

Быйыл ҡоролтай заманса һәм эшлекле буласаҡ — Данир Ғәйнуллин

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. 28-29 июндә Ҡоролтай Өфөлә һәм Ишембай районында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән башҡорттарҙы йыя. Унда бөтәһе 750 делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша.
«Был юлы ҡатнашыусылар составы күпкә йәшерәк. Был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ, – тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. – Йәштәрҙе әүҙемләштереү маҡсатында май айында Өфөлә халыҡ-ара йәштәр форумын үткәрәбеҙ. Унда 100-ләп кеше ҡатнашырға тейеш. Төрлө илдәрҙә – Швейцарияла, АҠШ-та, Англияла онлайн-майҙансыҡтар ойошторола. Заманса технологиялар ярҙамында тура трансляция алып барырға, ҡоролтай секциялары ултырышын интернеттан күрһәтергә йыйынабыҙ».
Әлеге көндә Башҡортостандың 69 ҡала-районында, Рәсәйҙең 36 төбәгендә, 16 сит илдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиллеге һәм филиалы бар. Февраль-апрель айҙарында республика райондарында, ҡалаларында, төбәктәрҙә башҡорт ҡоролтайҙарын уҙғарыу ҡаралған. Ырымбур өлкәһендә үткән башҡорт ҡоролтайында 16 делегат, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә — биш, Калуга, Сахалин, Тверь өлкәләренең һәр береһендә берәр делегат һайланды.
2010 йылда — 1995 йылда ҡабул ителгән «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» дәүләт программаһын, ә ике йыл элек «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» (2008-2017 йылдар) дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу ваҡыты тамамланды, тип билдәләне Данир Ғәйнуллин. Шуға бәйле Башҡарма комитет V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 2019-2050 йылдарға иҫәпләнгән «Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн!» башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын әҙерләү тәҡдимен индерҙе. Башҡа халыҡтарҙың Стратегияларынан айырмалы рәүештә, ошо документты әҙерләүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн тәҡдимдәрҙе сайтҡа ебәрергә кәрәк.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Азамат Сәйетов «Башинформ» агентлығына Ишембай районында — Торатау итәгендә ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар өсөн байрам ойоштороуға әҙерлек алып барылыуы хаҡында хәбәр итте.
«Быйыл байрам республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған һәм ул юғары кимәлдә үтергә тейеш. Һәр төбәк айырым тирмәлә үҙенең ижады, халыҡ кәсептәре, көнкүреше менән таныштыра. Хатта ике ҡатлы тирмә ҡорорға тигән уйыбыҙ бар. Концерт менән сығыш яһау өсөн бер нисә майҙансыҡ ҡаралған, төбәктәрҙең вәкилдәре лә музыкаль осрашыуҙар, сығыштар әҙерләй», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика