11:00 (UTC+5), 12 Март 2019

Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уны уҙғарыу тарихында иң күләмлеһе булырға тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың йәйендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уны уҙғарыу тарихында иң күләмлеһе булырға тейеш, тип белдерҙе Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
12 һәм 13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре барышында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитетының киңәйтелгән ултырышына киләһе йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләһе сығарылды.
«Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем ойошторола. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондары ҡатнаша. Ҡунаҡтар үҙҙәрен күрһәтә һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары менән таныша ала, — тип хәбәр итте Константин Толкачев. — Республикабыҙҙа Бөтә донъя фольклориадаһы тарихта иң күләмлеһе булыр тип әйтергә мөмкин. Биш ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-гә яҡын коллектив көтөлә. Бөгөнгә 73 илдән ғаризалар алдыҡ. Уларҙың 53-ө беҙгә килергә тейешле ижади коллективтарҙы билдәләгән дә инде».
Башҡортостанда фольклориада уҙғарыу тураһында ҡарар өс йыл элек ҡабул ителде. 2016 йылдың йәйендә Мексикала V Бөтә донъя фольклориадаһында республикабыҙға Бөтә донъя фольклориадаһы флагы тапшырылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, беҙҙең коллектив унда бик популяр булған.
«Башҡортостан Республикаһы — профессиональ һәм яуаплы төбәк. Быйыл ғинуарҙа беҙ CIOFF президенты Филипп Боссан менән бергә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осраштыҡ һәм Башҡортостанда Фольклориаданың юғары кимәлдә үтеүенә шикләнмәйбеҙ», — тип ышана Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова.
Әлеге ваҡытҡа биш фольклориада уҙғарылды. Уларҙың тәүгеһе 1996 йылда Голландияла, икенсеһе — 2000 йылда Японияла, 2004 йылда Венгрияла ойошторолдо.
2012 йылда дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһын Көньяҡ Корея ҡабул итте. Иҫәп буйынса бишенсе фольклориада 2016 йылда Мексикала үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика