04:29 (UTC+5), 07 Март 2019

Радий Хәбиров Мәскәүҙәге концертта: Башҡортостан — Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы

Альберт Заһиров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙең Музыка йортонда «Башҡортостанда тыуғандар» концерты уҙҙы. Йыйылыусылар алдында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
«Республикабыҙҙың 100 йыллығы — тарихи ваҡиға. Рәсәй Федерацияһы Президенты үҙенең указы менән быны раҫланы, шуға күрә республикабыҙҙың икенсе 100 йыллығына яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫабыҙ. Башҡортостан Республикаһы — Рәсәй Федерацияһының терәк төбәге. Был — көслө иҡтисад, бик көслө кешелек потенциалы, хеҙмәт һөйөүсән, интеллектуаль яҡтан үҫешкән, юғары белемле халыҡ. Алдыбыҙҙа күп бурыстар тора. Командабыҙға республика үҫешенә яңы динамика һәм яңы темп биреү бурысы йөкмәтелгән. Был иң мөһиме. Ә бөтә ошо сараларҙы дуҫтарыбыҙ һәм ҡунаҡтарыбыҙ менән шатлыҡты уртаҡлашыу өсөн уҙғарабыҙ. Тағы ла — йәмғиәтебеҙҙе берләштереү өсөн. Беҙ республикабыҙҙа тыуып үҫкән бик күп яҡташтарыбыҙҙы саҡырҙыҡ, сөнки алдыбыҙҙа торған етди мәсьәләләрҙе күмәк көс менән генә хәл итергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров.
Байрам саралары Мәскәүҙең Музыка йортонда башланыуы осраҡлы түгел, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
«Беҙ был концертты ҙур ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡуябыҙ, сөнки Рәсәй мәҙәниәте тарихында эҙ ҡалдырған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Ләкин беҙ замандаштарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Улар — Владимир Спиваков, ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Земфира, Алһыу, Юрий Шевчук. Башҡортостан — көслө иҡтисад һәм гүзәл төбәк кенә түгел, Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы ла».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика