07:20 (UTC+5), 07 Марта 2019

Мәскәүҙә «Башҡортостанда тыуғандар» концерты юбилей сараларына старт бирҙе

Альберт Заһиров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙең халыҡ-ара Музыка йортонда 6 мартта Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, республика, уның иҡтисади ҡеүәте һәм бай мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар йыйылды. Байрам кисәһе кемдәргәлер — элекке таныштар менән аралашыу һәм яңы дуҫтар табыу, кемдәргәлер — кесе ватанын иҫкә төшөрөү урыны, ә кемдәргәлер яңы ҡыҙыҡлы проекттарға күпер булды.
Светланов исемендәге Ҙур залдың сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған байрам концерты үтте. «Башҡортостанда тыуғандар» юбилей тантаналары утын ҡабыҙҙы. Сара Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған байрам сараларының тәүгеһе булды.
Кисәгә бик күп яҡташтарыбыҙ, ҡунаҡтар килде, улар араһында федераль власть органдары вәкилдәре, Федерация Советы ағзалары һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, сит илдәрҙең дипломатик миссиялары етәкселәре, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине. Концертты Сибайҙың музыка мәктәптәре уҡыусылары ла ҡараны. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙен әйтте.
Гала-концертта Башҡортостанда тыуып үҫкән сәнғәт оҫталары ғына сығыш яһаны. Сәхнәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнөң Черниковка биҫтәһе тыуған төйәгенә әүерелгән күренекле скрипкасы һәм дирижёр, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәй Милли филармония оркестры уйнаны.
Концерт программаһына республиканың билдәле йыр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, ике тапҡыр «Грэмми» премияһын алған Илдар Абдразаҡовтың; Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы Асҡар Абдразаҡовтың; Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Дилара Иҙрисованың; виртуоз-инструменталистар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллиндың; Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллиндың һәм башҡаларҙың сығыштары инде. Артистар үҙ репертуарынан инструменталь әҫәрҙәр һәм опера арияларын башҡарҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Сыңрау торна» көйөн заманса аранжировкала уйнап, дәррәү алҡыштарға күмелде. Ҡурайсының Асҡар Абдразаҡов менән берлектәге номерын — «Уралым» йырын да тамашасылар йылы ҡабул итте.
Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының Гран-прийына лайыҡ булған Мария Дуэньяс (Испания) кисәнең махсус ҡунағы булды. Сара ағалы-ҡустылы Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтарҙың сығышы менән тамамланды.
Концерт алдынан ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың йәш таланттары – Владимир Спиваковтың Хәйриә фонды стипендиаттары сәләмләне. Мәскәүҙең Музыка йорто фойеһында ҡунаҡтар өсөн «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе ойошторолдо, унда Башҡортостандың билдәле фоторәссамдарының 44 эше күрһәтелде.
20 сентябрҙә «Зарядье» концерт залында тағы бер ошондай концерт ойоштороу күҙаллана.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика