Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март 2019, 09:27

Өфөлә «Беренсе республика» фильмының премьераһында төп геройҙың ейәнсәре сығыш яһаны

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмының премьераһы уҙҙы. Режиссер Булат Йосоповтың картинаһы башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары хаҡында һөйләй. Күпселек геройҙарҙың тормошо ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә, ә күптәренең ғүмере 1938 йылдың 10 июлендә өҙөлә, нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр халыҡ дошманы тип атып үлтерелә.
Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы йылында фильм яңы тулы метражлы нәфис фильм һәм мәғрифәтселек проекты булараҡ бик мөһим. Байтаҡ архив документтарын, хәтирәләрҙе өйрәнеп, сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова бөтә ваҡиғаларҙы «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаевтың яҙмышы аша күрһәтә. Премьераға уның туғандары ла килде. Ейәнсәре Светлана тамашасыларға үҙенең олатаһы менән өләсәһенең яҙмышы хаҡында һөйләне:
«Өләсәйем Екатерина Ивановна сәйәси тотҡон Ҡасимға ғашиҡ булған һәм ғүмере буйына ошо һөйөүҙе һаҡлаған. 1949 йылда олатайым икенсе тапҡыр ҡулға алынғандан һәм мәңгелеккә Красноярск крайына ебәрелгәндән һуң ул, декабрист ҡатыны кеүек, ике балаһы менән уның янына киткән. Ул йөклө булған һәм 10 көндән тағы бер ул, ә аҙаҡ бер ҡыҙ тапҡан. Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, өләсәйем бирешмәгән. Ул олатайыма йәшәргә көс биргән».
Төп ролдәрҙе республика театрҙары актерҙары бик оҫта итеп уйнаны: композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов — Рафиҡ Хәсәнов, яҙыусылар Ғабдулла Амантай — Фәнил Толонғужин, Дауыт Юлтый — Рәмзил Сәлмәнов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова — Рушанна Бабич, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина — Лилиә Исҡужина, актер Вәлиулла Мортазин-Иманский — Руслан Хайсаров, режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев — Артур Ҡунаҡбаев, журналист Ҡасим Аҙнабаев — Роберт Йылҡыбаев, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин — Илгиз Миңлеәхмәтов. Иң тәьҫирле ролдәрҙең береһе — буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыеваның яҙмышы.
Фильмда Милли симфоник оркестр башҡарыуында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һәм композитор Рөстәм Сабитовтың музыкаһы яңғырай, «Сайҡалалар кәмәләр» йырын Айгиз Ханов йырлай.
Ҡуйыусы оператор — Илья Пономаренко, ҡуйыусы рәссам — Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам — Әлиә Байрамғолова, грим оҫтаһы — Олеся Никанорова.
«Беренсе республика» фильмы 16 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күрһәтелә, 17 марттан прокатҡа сыға. Башҡорт телендәге фильм русса субтитрҙар менән бара.
Читайте нас: