09:00 (UTC+5), 04 Март 2019

Өфөлә феминистик фестиваль барышында «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар киноһы»н күрһәтәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 мартта Өфөләге «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә II «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар киноһы» кинофестивале була. Фестиваль беренсе ФемБайрам феминистик фестивале барышында уҙғарыла.
Фестивалде ойоштороусылар — республиканың Кинематографистар союзы ҡатнашлығында «Бишбармаҡ-синема» киностудияһы, Башҡортостандың заманса режиссура һәм драматургия үҙәге, «Һомай» дефиле студияһы. Быйыл фестиваль «БашФем» төркөмө көсө менән үткәрелә.
II «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар киноһы» кинофестивале программаһында:
— Анна Мальгинаның «Курица-помада» йәнһүрәте;
— Кирстен Гайнеттың «Ете ҡыҙ театры» документаль фильмы;
— Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай» фильмы;
— Айгөл Үтәгәнованың «Нухрат» документаль фильмы.
Шулай уҡ Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмының трейлеры менән таныштырыу була. Актриса Лилиә Исҡужина үҙе башҡарған Һәҙиә Дәүләтшина образы хаҡында һөйләй.
Кинофестиваль программаһы көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем «Малина» конференциялар залында күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика