Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2019, 18:53

«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабына 100 шағирҙың тауышы инде

Мирон Доровских
Мирон Доровских
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, «Башинформ» агентлығының конференциялар залында, «Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабының исем туйы уҙҙы. Үҙенсәлекле баҫманы «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы сығарҙы.
Аудиокитапта 100 шағир тауышы. Һәр автор башҡорт йәки татар телдәрендә Башҡортостанға, тыуған ергә, тормош фәлсәфәһенә бәйле бер әҫәрен уҡый, халыҡ шағирҙарының ике шиғыры алынды. Һәр бит айырым бер әҙиптең фотоһы һәм биографияһы менән тулылана. Дөйөм ваҡыты — 180 минут, баҫманың данаһы — 2000.
«Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар үҙ тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, уның менән ғорурлана. Тарихи ҡиммәттәрен быуындан-быуынға тапшыра килә. Ошо ҡәҙерле хазинаның бер өлөшө беҙҙең аудиофондта һаҡлана. Яҙмалар архивын булдырыу, радио хеҙмәткәрҙәренең төрлө замандағы тапшырыуҙарын, әҫәрҙәрен бөртөкләп йыйылған алтындай туплай барыу һөҙөмтәһендә бөгөн беҙ уникаль яҙмаларҙы яңынан тыңлай, төрлө быуын шәхестәренең, әҙиптәр һәм сәнғәт әһелдәренең тауыштарын ишетә алабыҙ», — тип билдәләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.
«Юлдаш» радиоһы республикабыҙҙың 100 йыллығы алдынан әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләне. Заманында радио студияһында үҙ әҫәрҙәрен уҡыған Рәшит Ниғмәти, Сәләх Кулибай, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Яҡуп Ҡолмой, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең әйтер һүҙен туплап «Тыуған илкәйемде данлайым» исемле аудиокитап сығарҙы. Шиғырҙар 1956 йылдан башлап 2018 йылға тиклем яҙылған. Йыйылыусылар Кәтибә Кинйәбулатованың һуңғы яҙмаларының береһен, Хәким Ғиләжевтың, Ғәзим Шафиҡовтың тауыштарын тыңланы.
«Аудиокитаптың төп ҡиммәте — әлегә тиклем «Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы архивында ғына һаҡланған иҫтәлекле яҙмаларҙың киң йәмәғәтселеккә сығарылыуында. Туған тел матурлығы шиғриәттә сағыла», — тине «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова.
Шиғырҙар профессиональ студияла яҙылған. Баҫманы уҡыу йорттарында уҡыу әсбабы, китапханаларҙа, музейҙарҙа дидактик әсбап, шулай уҡ мәҙәни-ағартыу йүнәлешле программаларҙа, кино һәм документаль фильмдар төшөргәндә ҡулланырға мөмкин. Уны шулай уҡ республика ҡунаҡтарына, әҙәбиәт һөйөүселәргә иҫтәлекле бүләк итеп тапшырырға була. Башҡортостан шағирҙарының художестволы образдары, фекерҙәр тәрәнлеге, саф һутлы теле — беҙҙең байлыҡ ул.
«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабы Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына сығарылды.
Исем туйында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Ҡәҙим Аралбай, шағирә Тамара Юлдашева, Яҙыусылар берләшмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, Журналистар берләшмәһе рәйесе Артур Дәүләтбәков, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, «Тамыр» телерадиокомпанияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Таипов Нур Дауытовтың «Башҡортостан» йырын башҡарҙы.
Аудиокитап радио сайтында урын алһын, шулай уҡ киләсәктә проза әҫәрҙәрен сығарылһын ине, тигән теләктәр яңғыраны.
Читайте нас: