11:16 (UTC+5), 28 Февраль 2019

Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 600 тауышлы Балалар хоры йырлай

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы 600 тауышлы Балалар хоры йырлай. 1 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Йырлайым һиңә, республика» исемле концерт була.
Алты йөҙ йәш яҡташыбыҙ тыуған төйәге тураһында йырлай. Балалар кисәне Рәсәй һәм Башҡортостан гимны менән аса.
Концерт Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында уҙа. Оркестр пульты артында — Рәсәй Дәүләт академия симфоник капеллаһы һәм Дәүләт академия Ҙур театры дирижеры Дмитрий Крюков.
Башҡортостан Республикаһының Балалар хоры 2014 йылда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың башланғысы менән ойошторолған. Хорҙа республиканың балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре, шулай уҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Балалар опера студияһының хор коллективтарынан моңло тауышлы балалар йырлай.
Проекттың художество етәксеһе — республикала Бөтә Рәсәй хор берләшмәһе етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина.
Башҡортостандың Балалар хоры менән 2015 йылда таныштырҙылар. 2016 йылда коллектив республиканың Йәштәр симфоник оркестры оҙатыуында Рәсәй киноһы йылы уңайынан концерт менән сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика