08:03 (UTC+5), 28 Февраль 2019

Башҡортостанда республиканың юбилейына журналистар конкурсы иғлан ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған журналистар конкурсы иғлан ителде.
Конкурста республика, ҡала, район гәзит-журналдары редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙа булырға мөмкин: республика халыҡтары телдәрендә мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк. Конкурсҡа 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ҡабул ителә. Эштәрҙең һаны сикләнмәй.
Конкурс тураһында положение, ғариза формаһы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында, шулай уҡ Журналистар союзының рәсми сайтында баҫыла.
Эштәр 2019 йылдың 10 декабренәсә ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: 8 (347) 218-07-72.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар берекмәһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика