08:02 (UTC+5), 26 Февраль 2019

Өфөлә апрелдә танылған татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Апрелдә Өфөлә, Татарстан мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу барышында, күренекле татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика татарҙарының Төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева хәбәр итте.
Агентлыҡ яҙғанса, уҙған йылда республика Хөкүмәте ҡарары менән һәйкәл проектын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Конкурс комиссияһы алты проекттан иң яҡшыһын һайлап алды. Скульпторы — Владимир Дворник. Монумент Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдында ҡуйыла.
«Скульптура бик матур, Ғабдулла Туҡай ҡулына китап тотоп тора. Бик лайыҡлы эш, — тине Башҡортостан Республикаһы татарҙарының Төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Римма Үтәшева. — Күп йылдар буйына властарға Өфөлә һәйкәл ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт иттек. Радий Фәрит улы булмаһа, ҡуйырҙар инеме икән — бик икеле. Туҡай — беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Беҙ бөйөк шағирҙың шиғырҙарында үҫтек һәм балаларыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Ул Өфөлә бер тапҡыр ғына булған, Мәжит Ғафури менән аралашҡан, һәм уларҙың дуҫлығы ике туғандаш халыҡ араһында дуҫлыҡ күпере һалған».
Өфөлә 1912 йылда Туҡай йәшәп киткән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Белешмә. Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (1886-1913) — күренекле татар халыҡ шағиры, әҙәбиәт тәнҡитсеһе, публицист һәм тәржемәсе. Туҡай татар әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып халыҡтың ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт иткән. Башҡорт халыҡ ижадына ла оло ихтирам менән ҡараған: Уральск мәҙрәсәһендә шәкерт сағында уҡ татар йырҙары менән бер рәттән башҡорт йырҙарын да яҙып алған («Фатима», «Эстэрле», «Ағиҙел»), 1910 йылда Ҡазанда халыҡ әҙәбиәте тураһындағы лекцияла «Ашҡаҙар», «Тәфтиләү» йырҙарының тарихына һәм художестволы үҙенсәлектәренә иғтибар иткән. Шағир Өфөлә алған тәьҫораттарына таянып яҙған «Махсус мәҡәлә» очеркында башҡорт йырҙарына лайыҡлы баһа биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика