05:59 (UTC+5), 26 Февраля 2019

Баш ҡалала бер туған Абдразаҡовтар педагог Миләүшә Мортазина тураһында китаптың исем туйында ҡатнашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың вокал сәнғәтенә нигеҙ һалған профессор Миләүшә Мортазина журналистар алдында ике опера сәхнәһе йондоҙо — Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар менән сыҡты. Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күренекле педагог хаҡында китаптың исем туйы уҙҙы.
«Ижад — бәхет синонимы. Профессор М. Ғ. Мортазина менән диалогтар» китабы Миләүшә Ғәли ҡыҙының тормошона һәм ижадына арналған. Унда героиняның шәхси архивынан уникаль фотоһүрәттәр һәм уҡыусыларының хаттары урын алған. Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе — музыка белгесе, телерадиожурналист, сәнғәт фәне кандидаты Миләүшә Иҙрисова.
«Китап «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында Миләүшә Ғәли ҡыҙының 90 йәшенә төшөрөлгән фильмдың һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килде. Уның иңендә — үҙе өсөн генә түгел, ә Башҡортостан һәм тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле бик күп ваҡиғалар менән тулы тормош. Мин уға мемуарҙар яҙырға кәрәк тип әйттем, ә Миләүшә Ғәли ҡыҙы минең ярҙам итеүемде үтенде», — тип һөйләне автор.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Миләүшә Иҙрисова — бер үк ваҡытта профессор Миләүшә Мортазина уҡыусыларының ҡыҙы һәм әсәһе. Уның әсәһе — танылған опера йырсыһы Нажиә Аллаярова, ҡыҙы — Дилара Иҙрисова.
Миләүшә Мортазина китап өҫтөндәге эштең башланыуы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
«Был 2014 йыл ине. Ауыр булды. Хаҡлы ялға сығыуҙы стоп-кран туҡтатҡан паровоз менән сағыштырырға мөмкин. Стресс, оҙайлы депрессия, дауаханалар. Ләкин Миләүшә минең күңелемде күтәреү өсөн китап тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Уның менән аралашыу бик яҡын булды. Ул бик оҫта итеп мине кәрәк тулҡынға сығарҙы».
Китап Илдар Абдразаҡовтың финанс ярҙамы менән «Инеш» нәшриәтендә баҫылған. Исем туйына, ижади графиктарының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ағалы-ҡустылы бер туғандарҙың икеһе лә килгәйне.
Илдар Абдразаҡов фонды директоры Зарема Мирсаяпова хәбәр итеүенсә, баҫманың тиражы — 500 дана, тиҙҙән уны Өфөләге китап магазиндарының береһендә күрергә мөмкин.
Ә тәүгеләрҙән булып китапты театрға килгән тамашасылар һатып алды. Исем туйы опера сәхнәһе йондоҙҙары — Мортазина мәктәбе уҡыусыларының концерты менән тамамланды.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика