07:17 (UTC+5), 25 Февраля 2019

Башҡортостандың 100 йыллығына Өфөлә «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тантаналы концерт була

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 23 мартта Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тантаналы концерт була. Әле сараға әҙерлек бара. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләүенсә, концерт шиғри формала төҙөлә һәм бер нисә блоктан тора. Лазер шоуы һәм Башҡортостан тураһында ролик күрһәтеү күҙаллана.
Концертта Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, Милли симфоник оркестр, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһай. Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Алһыу Сафина, Роберт Юлдашев, Радик Юлъяҡшин, «Голос» шоуы финалсылары Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова тантаналы сарала ҡатнашыуҙарын раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика