05:19 (UTC+5), 22 Февраль 2019

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 30 337 һум тәшкил иткән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда былтыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 30 337 һум тәшкил иткән. Бер йылда ул 25,7% артҡан, 2017 йылда мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре уртаса 24 169 һум алған.
«Заман саҡырыуҙарына һөҙөмтәле яуапларға мөмкинлек биргән төп ресурстар — кешеләр. Шуға күрә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу Мәҙәниәтте үҫтереү стратегияһының төп индикаторы булып тора. Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса системалы эш һөҙөмтәһендә хеҙмәт хаҡы үҫешенең ыңғай динамикаһын теркәйбеҙ», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомство коллегияһы ултырышында.
Сарала яңғыраған мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән тупланма бюджеттың күләме артҡан. Ул 8 миллиард 983 миллион һум, йәки 4,2% тәшкил иткән (2017 йылдың кимәленә үҫеш 24% йәки 1 миллиард 735 миллион һум).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика