09:00 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Радий Хәбиров Туған тел көнөнә арналған флешмоб башлап ебәрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған тел көнөнә бағышланған флешмоб башлап ебәрҙе. Республика етәксеһе теләге булған һәр кемгә туған телендә яратҡан шиғырын һөйләргә һәм уны #Туғантел, #Роднойязык хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.
«Мине лә үҙемдең флешмобымды иғлан итергә ваҡыт тип ышандырҙылар шикелле. Быға һәйбәт һәм файҙалы сәбәп тә бар. Бөгөн – ЮНЕСКО иғлан иткән Туған тел көнө. Туған телдәр беҙҙе айырмай, ә киреһенсә, донъяны рухи яҡтан байыта тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.
Ул Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләне һәм барыһын да ҡатнашырға саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика