05:42 (UTC+5), 20 Февраля 2019

Бөрйән районында Ҡыш байрамы ойошторола

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөрйән районында 22 февралдә «Башхардский шарьяж» этник-экскурсия комплексында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» байрамы уҙғарыла. Ат сабышы, шулай уҡ «Ылаҡ» уйыны менән күрһәтмә сығыш көтөлә.
23 февралдә Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар ярыштары ойошторола. Сара шулай уҡ республиканың 100 йыллығына бағышланған.
Ауыл биләмәләре һәм ойошмалар араһында йоланы тергеҙеү өсөн команда иҫәбендә Исмәғил Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатыла.
Шулай уҡ ҡамыт-дуғаны иң матур биҙәүгә конкурс, йылҡысылар бәйгеһе, балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт-күңел асыу уйындары көтөлә. Иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусы номинацияларында ҡатнашыусылар бүләкләнә.
«Ҡыш байрамы район халҡы һәм ҡунаҡтары араһында бик популяр, ул һәр ваҡыт ыңғай хис-тойғолар алып килә. Саналы аттар ярышы — ваҡиғалар туризмының мөһим элементы, уға ҡыҙыҡһыныу районға республиканың төрлө мөйөштәренән туристар ағымын йәлеп итә», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика