08:53 (UTC+5), 18 Февраль 2019

Өфөлә урындағы скульпторҙар эшләгән Рудольф Нуриев һәйкәлен опера театры янында ҡуялар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Күренекле бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяла ҡуйыла, тип хәбәр итте йәмәғәтселәр.
Фекер алышыуҙа монумент авторҙары, Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгестәре ҡатнашты. Өфө авторҙары – скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский эшләгән монументты бейеүсенең данлы юлы башланған бина эргәһендә ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
«Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, гранит постаменттың иһә 1 метр. Һәйкәлдең эскизы 2016 йылдың декабрендә үк Мәҙәниәт министрлығының асыҡ конкурсыһы еңеүсеһе тип танылған. Монумент авторҙары һүҙҙәренсә, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләрен хәл итергә, заказсыны һәм проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын билдәләргә ҡалған», — тип яҙа «Аргументы и факты» баҫмаһы 14 февралдә театр янында уҙған эш кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға һылтанма менән.
Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә мәғлүмәтте рәсми раҫламанылар.
Рудольф Нуриев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөлә балалар фольклор ансамблендә бейей, Мәҙәниәт һарайында ошонда һөргөндә булған Петербург балеринаһы Анна Удальцовала шөғөлләнә.
Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ бейеүсе хөрмәтенә ҡалала мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика