17:08 (UTC+5), 14 Февраль 2019

Рәсәй мәктәптәре программаһына мәҙәни нормативтар индерергә йыйыналар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй мәктәптәренең уҡыу программаһына илдең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары мәҙәни нормативтар индерергә йыйына. Был хаҡта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы барышында белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
«Әле Мәғариф министрлығы менән берлектә ведомство-ара проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул «Уҡыусы өсөн мәҙәни нормативтар» тип атала. Уның идеяһы — уҡыу программаһына мәҙәни компоненттар индереү», — тине Мединский.
Тимәк, уҡыусылар йылына билдәле бер һандағы күргәҙмәләргә, музейҙарға, спектаклдәргә йөрөргә һәм бер нисә яҡшы фильм (башлыса илебеҙҙекен) ҡарарға тейеш. Мединский билдәләүенсә, һуңынан улар «махсус булдырылған ҡағыҙ йәки электрон көндәлектә» үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашырға бурыслы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика