07:32 (UTC+5), 14 Февраля 2019

«Арғымаҡ» төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанында Халыҡ-ара фестивалдә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Эр-Рияд ҡалаһында Король Абдул Азиз исемендәге «CamelFestival» барышында «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивале уҙғарыла. Сарала башҡорт этно-музыкаһы ла яңғырай. «Арғымаҡ» төркөмө этно-музыка һәм этно-хит номинацияларында иң яҡшы башҡарыусы исеме өсөн көрәшә.
«Саҡырыу уҙған йылдың аҙағында уҡ башҡорт артистарының Ҡырғыҙстанда «Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары»нда сығышынан һуң килде. «Арғымаҡ»ты сараның ҡунағы итеп саҡырҙылар, ләкин музыканттар конкурс программаһында сығыш яһарға теләк белдерҙе. Бына бер нисә ай инде «Арғымаҡ» фестивалгә үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләй», — тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт филармонияһынан.
Донъяуи форумда этнобейеү, этнобаҙар (биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмә-йәрминкәһе), сәсәндәр сәнғәте (эпостар, легендалар), үҙенсәлекле жанр (уйындар, трюк элементтары) кеүек номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнә.
Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш. Һәр делегация 15-20 минутлыҡ биштән күберәк концерт программаһы әҙерләй. Еңеүсегә аҡсалата премия, «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестиваленең махсус бүләге һәм дипломы тапшырыла.
«Арғымаҡ» төркөмөнөң яңы программаһын өфөләр 2 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тамаша ҡыла ала. Төркөм концертын үҙенең 10 йыллыҡ юбилейына арнаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика