06:22 (UTC+5), 11 Февраля 2019

Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 110 йыллығын билдәләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың 110 йыллығын билдәләйҙәр (1909 — 1986). Өфөлә хәтер кисәһе юбилей алдынан, 13 февралдә уҙа. Программала – Күсем ауылы музейы экспонаттары күргәҙмәһе, милли аш-һыу һәм биҙәүестәр күргәҙмәһе, ижади коллективтарҙың, шул иҫәптән Әбйәлил районынан яҡташтары концерты. Кемдәр Бөйөк Ватан һуғышы геройын хөрмәтләп иҫкә алырға теләй, шулар киске сәғәт 6-ға Актерҙар йортона саҡырыла, инеү бушлай.
Республикала ла юбилей саралары бара. Ошо көндәрҙә геройҙың тыуған яғы Әбйәлил районында «Рәсәй саңғы юлы — 2019» ярышы уҙҙы, унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Асҡар ауылында геройҙың исемен йөрөткән гимназияла музей асыла. 20 февралдә гимназияла шулай уҡ «Күсимов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Башҡорт һәм рус телдәрендәге тикшеренеү эштәре генерал Т. Т. Күсимовтың хәрби юлы, сәнғәттә һәм әҙәбиәттә Күсимов образы темаларына бағышланған. Уҡыусыларҙың Күсимов һәм уның көрәштәштәре тураһында ижадын күрһәтеү күҙаллана (әҙәби һәм ижади эштәр).
Таһир Күсимов Бөйөк Ватан һуғышы фронтына 1942 йылдың апрелендә данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы командиры булараҡ эләгә. Һуғыш ваҡытында подполковник Күсимовтың часы 19 тораҡ пунктты азат итә, Десна, Снов, Сосница, Днепр йылғаларын кисеп сыға. 1944 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы кискәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Өфөләге Еңеү паркында генерал Күсимовтың бюсы ҡуйылған, баш ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы мәктәп-гимназияға уның исеме бирелгән. Геройҙың тыуған ауылы Күсемдә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәр Ғилманов ойошторған музей йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге булып тора. Әбйәлил районының һәр ауылында Таһир Күсимовтың исемен йөрөткән урам бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика