10:41 (UTC+5), 08 Февраля 2019

Марсель Сәлимовҡа Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия тапшырылды

Лира Ғафарова, Галина Ширинкина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Халыҡ-ара Арт-үҙәк Американың Сан-Франциско ҡалаһында Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премияның 2019 йылғы лауреаттарын иғлан итте. Улар араһында — яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, яҙыусы-сатирик һәм шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим).
Бөтә донъяла билдәле башҡорт сатиригы һәм юморисы юғары халыҡ-ара наградаға Лондонда инглиз телендә баҫылған үҙенсәлекле «Книга, какой ещё никто не писал» («The Book Which Has Never Been Written Before») йыйынтығы өсөн лайыҡ булды. Китапты был премияға Марсель Сәлимов ағза булып торған Халыҡ-ара әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникация эшмәкәрҙәре академияһы (Германия, Франкфурт-на-Майне) тәҡдим итте.
Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара премия уҙған йылда булдырылған.Тәүге лауреаттар иҫәбендә Татьяна һәм Сергей Дзюба, Василь Слапчук (Украина), Елена Ананьева (Германия), Ғалымкайыр Мутанов (Ҡаҙағстан), Михаил Спивак (Канада) кеүек бар донъяла танылыу алған яҙыусылар бар.
Американан килгән яңылыҡ әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге Рәсәйҙә, унан ситтә дуҫтарса һәм һөнәри мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға, башҡорт һәм башҡа халыҡтар араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған Марсель Сәлимовтың 70 йәшенә шәп бүләк булды.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика