07:25 (UTC+5), 07 Февраля 2019

Республиканың архив хеҙмәте тураһында китап баҫылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә республика дәүләт архив хеҙмәтенең юбилейына арналған «Башҡортостан Республикаһының архив хеҙмәте. 100 йыл» йыйынтығы донъя күрҙе. Китапты Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан Архив эштәре идаралығы һәм Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәрҙәре әҙерләне.
Йыйынтыҡта Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәте үҫешенең төп этаптары һәм үҙенсәлектәре ҡарала. Республика архив учреждениеларының төбәк тарихы буйынса документтар йыйыу, системаға һалыу, һаҡлау һәм тергеҙеү эшмәкәрлеге тәүге тапҡыр һәр яҡлап күрһәтелде. Китап Башҡортостан дәүләт һәм муниципаль архивтарының барлыҡҡа килеү тарихы, уларҙың ҡаҙаныштары һәм йөҙ йыл дауамында төйәгебеҙҙең документаль йылъяҙмаһын яҙған кешеләр тураһында һөйләй.
Йыйынтыҡты һирәк осрай торған документтар, Башҡортостандың тарихи хәтерен һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән архив хеҙмәте ветерандарының фотоһүрәттәре биҙәй.
Китап ғалимдарға, тарихсыларға, архивистарға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, уҡытыусыларға, студенттарға һәм республиканың архив эше тарихы һәм хәҙерге торошо менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Архив эштәре идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 1
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика