12:37 (UTC+5), 06 Февраля 2019

Башҡорт сәсәниәһе Алтынбикә «Хәмер — ағыу» исемле нәсихәт яҙған

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт сәсәниәһе Алтынбикә (Фәүзиә Ҡотлогилдина) рус һәм башҡорт телдәрендә «Хәмер — ағыу» исемле нәсихәт яҙған. Сәсәниә уны үҙенең Ғафури районының Ватан ауылында эскелеккә ҡаршы көрәшкә арналған йыйылышта уҡып ишеттергән.
«Мин — ауылыбыҙ старостаһы. Яңыраҡ ҙур проблемаға — республикала эскелектең тамыр йәйеүенә арналған йыйылыш үткәрҙек. Күпме кеше эскегә һалышты, вафат булды! Республикабыҙ етәксеһенә ошо мәсьәләгә иғтибар иткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙә хәмер һатыусылар күренмәй, ҡурҡаларҙыр, моғайын», — тип һөйләне Алтынбикә «Башинформ» агентлығына һәм үҙенең әлеге темаға бағышланған сарала ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе.
Нәсихәт — башҡорт халыҡ педагогикаһында өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр. Элек-электән халыҡ сәсәндәре көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт иткән. Нәсихәтте тулыһынса Алтынбикәнең сәхифәһендә уҡырға мөмкин.
Фәүзиә Ҡотлогилдина — хаҡлы ялда, Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, бер нисә китап авторы. Алтынбикә исеме аҫтында сығыш яһай. Социаль селтәрҙә бик әүҙем, милли конкурстар алып бара. II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашты. Уның һуңғы ваҡытта ижад иткән әҫәрҙәре араһында — Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа фатихаһы; Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың, диктор Әхәт Мортазиндың яҡты рухына һәм башҡа бик күптәргә бағышланған шиғырҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ялған алкоголгә ҡаршы һуғыш иғлан ителде. 4 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Әбйәлил районында уҙған алкоголгә ҡаршы рейдтар буйынса видеоролик күрһәтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика