06:48 (UTC+5), 05 Февраль 2019

Өфөлә «Мираҫ» фольклор ансамбле башҡорт балына арналған бейеү күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙенең концертына әҙерләнә. Сара 8 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Концерт Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә арнала.
«Был миҙгелдәге премьераларҙың береһе — «Башҡорт балы» бейеүе. 2021 йылда Башҡортостан «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡаршыларға әҙерләнә. Ошо ваҡиға алдынан республика брендтарының береһе темаһы айырыуса көнүҙәк», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.
«Бер ғаиләлә» дуҫлыҡ бейеүендә иһә 40 балет артисы ҡатнаша. Концерт программаһында күп милләтле фольклор сәнғәтенең биҙәген һәм тәрән асылын сағылдырған мөһим номерҙар: «Илкәйем», «Салауат мираҫы», «Раз вечор», «Өлгөр» бар. Артистар милли орнаменттар менән биҙәлгән 30-ҙан ашыу костюм алмаштыра.
Концертта төп балет труппаһы менән бер рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары ла бейей.
«Мираҫ» ансамбле репертуарында 150-нән ашыу номер иҫәпләнә: вокаль-хореография композициялары, бейеү, хор һәм яңғыҙ сығыштар. Нигеҙен Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың йыр-бейеүҙәре тәшкил итә. Коллектив республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен лайыҡлы күрһәтә, ансамблдең үҙенсәлеге йыр, бейеү һәм музыканың бергә үрелеп барыуына ҡайтып ҡала. Уның төп байлығы — милли сығанаҡтарҙы һаҡлау һәм тамашасыларҙы фольклорға ылыҡтырыу. 26 йыл эсендә ансамбль артистарын Францияла, Испанияла, Португалияла, Италияла, Бельгияла, Германияла, Болгарияла, Венгрияла һәм башҡа бик күп илдәрҙә алҡыштарға күмделәр. Коллективта танылған артистар эшләй, уларҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға лайыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика