10:54 (UTC+5), 04 Февраля 2019

2019 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Башлығы гранттары бүленде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 2019 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттары бүленде. Тейешле бойороҡҡа ярашлы, 10 проект 150 меңәр һум алды.
Еңеүселәр иҫәбендә — Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралары; Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың Үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендә «Музыка донъяһына инәбеҙ» әҙәби-музыкаль альянсы; «Григорий Сергеевич Аксаков — беренсе Өфө губернаторы: С.Т. Аксаков мемориаль йорт-музейының яңы экспозицияһы» проекты.
Башҡорт дәүләт филармонияһы «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт ирекмәндәре» республика интернет-порталын булдыра.
Республика грантына күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе, Ҡара табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһен төҙөгән Ғәли Соҡоройҙоң тормошо хаҡында китап нәшер ителә. Исем туйы табындарҙың «Табын-Фест» төбәк-ара фестивале барышында уҙа.
Бөтә донъя балалар көнөнә арналған һәм башҡорт йәнһүрәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән «BashMult» республика фестиваль-конкурсы ла грант аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Проекттарҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған. Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡарамағындағы «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре уның әҫәрҙәре буйынса әҙәби спектакль сәхнәләштерә.
Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн «Тарихҡа ҡағыл» адаптив күргәҙмәһе, шулай уҡ «Ҡаршылыҡһыҙ маршрут» проекты ойошторола: һуҡырҙарҙы сенсорлы телефон менән ҡулланырға өйрәтеү һәм Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт объекттарына GPS-навигация күнекмәләре.
Грантҡа лайыҡ булған тағы бер проект — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеге асылыуға 45 йыл тулыу уңайынан һынлы сәнғәт факультеты студенттары һәм уҡытыусылары эштәре күргәҙмәһен ойоштороу, каталог сығарыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика