06:13 (UTC+5), 01 Февраля 2019

Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектының төп наградалары тапшырылды

Марат Сарманаев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» республиканың төп художество наградаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Финал Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһының танылған артистары һәм йондоҙҙары,Өфө ҡалаһының, республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле кешеләре булышлығында ойошторолдо.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда рәссамдарға скульпторҙар, фотографтар һәм биҙәү-ҡуллана сәнғәте оҫталары ҡушылды. Проект еңеүселәре сайт тамашасыларының һәм жюриҙың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса билдәләнде.
«Легендалар» номинацияһында еңеүселәр: халыҡ фекере буйынса — Даларис Талипов, Эксперт советы ҡарары буйынса рәссам — Борис Домашников, скульптор — Николай Калинушкин, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы — Геннадий Березин, фотографтар араһында — Ғүмәр Теләшев.
Рәссамдар араһында иң оҫталары: «Оҫталар» номинацияһында — Сергей Маджар һәм Фәнил Шәймөхәмәтов, «Таланттар» номинацияһында — Светлана Мөхәмәтгәрәева-Абдюшева һәм Алмаз Шәғәлиев, «Самородоктар» номинацияһында Вера Шаригина һәм Эльвира Шәңгәрәева.
«Скульпторҙар» категорияһында: «Оҫталар» номинацияһында — Радик Хөсәйенов һәм Иван Сучков, «Таланттар» номинацияһында — Рафаэль Сатиев һәм Вадим Ғәлинуров наградаларға лайыҡ булды.
Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары араһында еңеүселәр: «Оҫталар» номинацияһында — Тәлғәт Мәсәлимов һәм Надежда Бесклеткина, «Таланттар» номинацияһында — Роза Ҡурамшина һәм Галина Терентьева.
«Фотографтар» категорияһында награлаға лайыҡ булыусылар: «Оҫталар» номинацияһында Рәиф Баҙиҡов һәм Рәмил Килмәмәтов, «Профессионалдар» номинацияһында — Дмитрий Пескарёв һәм Анастасия Никишина, «Һәүәҫкәрҙәр» номинацияһында — Нәсих Хәлисов һәм Руслан Кадиков.
Махсус бүләкте — Николай Пеганов исемендәге премияны Сергей Маджар, Юрий Уждавини, Георгий Калитов, Әмир Мәжитов алды. «Уфанет» компанияһынан махсус приз — Раушания Бәҙретдиновала.
«Башҡортостан рәссамдары — донъяла иң оҫтаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә был хаҡта белмәй. Бөгөнгө сара Башҡортостан рәссамдарын бар донъяла танытыуға тағы бер аҙым булыр тип ышанам, — тине проект авторы һәм етәксеһе, яҙыусы һәм журналист Наил Мәхмүтов. — Башҡортостан һынлы сәнғәте тарихына төшөнгәс, онотолған исемдәрҙең мәҙәни ҡатламы асылды. Йыл ярым эшләү дауамында 1300-гә яҡын рәссамдың эштәрен йыя алдыҡ».
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика