Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2019, 11:47

Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәре академия йыр һәм бейеү ансамбленең концерт туры бара

Рәиф Баҙиҡов
Рәиф Баҙиҡов
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре академия йыр һәм бейеү ансамбленең концерт туры бара. Концерттар Стәрлетамаҡта, кисә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы. Данлы коллективтың концертын ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килде.
Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәре академия йыр һәм бейеү ансамбле мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Коллективтың художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Рәсәйҙең халыҡ артисы, генерал-майор Виктор Елисеевҡа ла республиканың почет грамотаһы тапшырылды.
«Үҙемде Башҡортостанға бик күп тапҡыр килгән кеүек хис итәм. Ысынында мин 1977 йылда ғына булдым, унда ла ансамбль менән. Шундай ҙур айырма, ләкин бер нәмә лә үҙгәрмәгән — ул саҡта нисек йылы, алҡышлап, шатланып ҡаршы алдылар, бөгөн дә зал беҙҙе шундай алҡыштар менән ҡаршылай, беҙ һеҙҙең рәхмәтегеҙҙе тоябыҙ. Бөгөн ҙур теләк, күңелебеҙҙе биреп сығыш яһаныҡ, шуға ирешкәнбеҙ икән — беҙ бик бәхетле», — тине Виктор Елисеев.
Кисәлә 78 яугире Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһын хәтергә төшөрҙөләр. 2012 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәре Волга буйы төбәк командованиеһының Өфөләге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде. Хәҙер был Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре отряды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле уларҙың хөрмәтенә Башҡорт казак бейеүен башҡарҙы. Шул рәүешле концертты ойоштороусылар легендар яҡташыбыҙға ихтирам күрһәтте.
Танылған опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың ансамбль менән сығыш яһауы концертҡа сағыу биҙәк өҫтәне. Салауатта ансамблдең тағы бер концерты була, һуңынан коллектив Татарстанға юллана.
Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең академия йыр һәм бейеү ансамбле — ижады совет хәрби сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын пропагандалауға йүнәлтелгән профессиональ армия коллективы. 1973 йылда ойошторолған ансамбль бөтә донъяла танылыу алды. Уҙған йәйҙә коллектив 45 йыллығын билдәләне. Артистарҙың репертуарында рус һәм сит классикаһының, симфоник музыканың иң яҡшы өлгөләрен, донъя халыҡтары бейеүҙәрен, элекке һәм хәҙерге һалдат йырҙарын, драматургияны үҙ эсенә алған 39 концерт программаһы бар.
Читайте нас: